Был йүнәлештәге һөҙөмтәле эштәрҙең береһе – "Башҡорт оҙон ғүмерлеге" проекты. Пенсия йәшендәгеләр өсөн туристик маршруттар булдырылған. Унда ҡатнашып, республикабыҙҙың ғозур тәбиғәтле урындары менән танышырға, хатта сит илгә барып ҡайтырға мөмкин. Кемдәр ҡатнаша һуң унда һәм ни рәүешле юлларға?
"Башҡорт оҙон ғүмерлеге" рәсми тел менән әйткәндә "Демография" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды. Ул тәү сиратта Башҡортостанда халыҡтың йәшәү оҙайлығын үҫтереү маҡсатында булдырылған. Сәйәхәткә йөрөп нисек оҙаҡ йәшәргә була һуң тип һораусылар булыр. Ысынында, быға аныҡ аңлатма бар, беҙҙән түгел, табиптарҙан,әлбиттә. Ғәҙәттә кеше пенсияға сығыу менән әүҙемлекте юғалта һәм организм төрлө ауырыуҙарға, стресҡа бирелеүсән булып китә. Был бушлыҡты нимә менәндер тулыландырырға кәрәк, тип бара белгестәр. Ә сәйәхәт һәр ваҡыт яңы тәьҫораттар, аралашыу, әүҙемлек тигән һүҙ. Тимәк туризмдың ғүмерҙе оҙайтыуға ла үҙ өлөшө бар. Юҡҡа ғына көнбайыш пенсионерҙарының оло йәштә донъя буйлап сәйәхәт итеүе хаҡында көнләшеп һөйләмәйбеҙҙер бит.
Республикала 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башлаған "Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм." проекты ғүмер оҙонлоғона нисек тәьҫир иткәнен әле баһалай алмаһаҡ та, оло йәштәгеләр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡанын ышаныслы дәлилләй алабыҙ. 4 йыл эсендә 1 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән уға, ә республикала 900 мең пенсионер барлығын иҫәпкә алғанда һәр пенсионгерҙың да был форсаттан файҙаланыу мөмкинлеге булған тип әйтергә мөмкин. Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған йүнәлештәр: “Нарыҫтауға экскурсия. "Изге Ғәли" сығанағы, "Янғантау геопаркы", "Торатау геопаркы", "Святые Кустики" ғибәҙәтханаһы һәм башҡалар. Уларҙы республиканың тиҫтәнән ашыу туроператоры тәҡдим итә. Маршруттар, юллама һәм сәйәхәт үҙенсәлектәре хаҡында Башҡортостан Республикаһың биләмәләрҙе үҫтереү проект офисы етәксеһе урынбаҫары Заһир Ҡотлосурин менән "Иҡтисади Башҡортостан" тапшыруында һөйләшәбеҙ.