Башҡортостан йылҡысылыҡ буйынса Рәсәйҙә Саха-Яҡут республикаһынан ҡала икенсе урында тора. Барлыҡ хужалыҡтарҙы бергә алғанда, 130 меңдән ашыу баш йылҡы малы иҫәпләнә. Шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында 39 мең, фермер хужалыҡтарында — 27 мең баш, ҡалғаны, йәғни 70 меңгә яҡыны — шәхси хужалыҡтарҙа аҫрала. Ҡымыҙ етештереүҙә уҙған йыл күрһәткестәре буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урында, илдәге ҡымыҙҙың 70 проценты Башҡортостанға тура килә.
Иң күп йылҡы көтөүсе райондар – республиканың Урал аръяғы өлөшөндә урынлашҡан, мәҫәлән Баймаҡта – 10 меңдән ашыу, Әбйәлилдә 8 меңдән күберәк, Учалыла 6 мең, Ейәнсура, Белорет һәм Хәйбуллала 4 мең тирәһе баш йылҡы көтәләр.
Йылҡысылыҡ — борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ҙур өлөшөнә әйләнгән тармаҡ. Бигерәк тә републиканың көнъяҡ райондары өсөн ул ҡулай кәсеп. Күмәк хужалыҡтар таралыу һөҙөмтәһендә буш ятып ҡалған ерҙәр тибенлек өсөн етерлек бында. Һыйыр, һарыҡ малы менән сағыштырмалы уға аҙыҡ та күп әҙерләргә кәрәкмәй. Ҡайһы бер төбәктәрҙә йылҡыны ҡышҡылыҡҡа бөтөнләй ҡураға индермәйҙәр. Әлбиттә, бының өсөн сыҙамлы башҡорт тоҡомло аттарҙы аҫрау отошлораҡ.
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың борондан күсеп килгән милли кәсебенә дәүләттең дә иғтибары ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Республика крәҫтиән – ферма хужалығы булараҡ эшләүсе йүнселдәр етештергән ҡымыҙ өсөн субсидия ла бүлә. Тап ҡымыҙ етештереү йылҡысылыҡтың киләсәген билдәләүсе булып тора ла инде.
Иҡтисади Башҡортостан тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола, милли кәсеп — йылҡысылыҡ һәм милли брендыбыҙ ҡымыҙ етештереү хаҡында һөйләшербеҙ. Ә был һөйләшеүгә бөгөн Өфө районында уҙған ҡымыҙсылар конкурсы сәбәпсе булыр. Студиябыҙҙың бөгөнгө эксперты — йылҡысылыҡ тармағы белгесе Әкрәм Хөсәйенов.