Иҡтисади Башҡортостан - 26.06.2025 Өфө эшлекле сараларҙың береһен ҡабул итә

Был күргәҙмә эш эҙләүселәргә генә түгел, ә мәшғүллектең киң төшөнсәһендә ҡыҙыҡһыныуы булған һәр кемгә файҙалы буласаҡ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 26.06.2025 Өфө эшлекле сараларҙың береһен ҡабул итә
Был урында эш һүҙен үҙенең төп мәғәнәһендә аңларға кәрәк. "Проффест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты" тип аталған фестиваль вакансиялар йәрминкәһенән ғибәрәт.
Әлбиттә, әлеге ваҡытта эш эҙләүселәргә был сараға тура юл, сөнки бында республикалағы иң эре компанияларҙан алып кесе биснесҡа тиклем иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарында һәр һөнәр буйынса тиерлек вакансия табыу мөмкинлеге бар. Яңы уҡыу бөткән, әле уҡып йөрөгән студенттар буласаҡ карьераһын таба алһа, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән төп һорауға яуап табыу мөмкинлеге бар. Былар хаҡында тулыраҡ алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — Республика мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Ғәлләмова менән һөйләшәбеҙ.