"Башкиравтодор"...Республика юлдарын төҙөүсе лә, ремонтлаусы ла, тәртиптә тотоусы ла төп предприятие ул. Шуға ла, уның халыҡ теленән бер ҙә төшкәне юҡ. Эйе, күберәк әрләп иҫкә алалар, әлбиттә. Ни тиһәң дә, юлдар торошо Рәсәйҙә бит төп бәләләрҙең береһе.
Әммә, быйылғы йыл юлсыларҙы туплаған был ойошма күберәк иҡтисадсылар, юристар һәм журналистар теленән ишетелде булһа кәрәк. Сәбәбе – предприятиеның бөлгөнлөк хәленә төшөүе менән бәйле ине. Арбитраж суд күҙәтеү процедураһын индереп банкрот иғлан итеп ҡуйғас, бер аҙ тынлыҡ урынлашты, тик коллективта түгел, сөнки 4 меңгә яҡын кеше өсөн был "һеҙ эшһеҙ ҡалдығыҙ" тигән мәғәнәгә эйә ине. Юлсылар өсөн иң ҡыҙыу эш мәлендә был хәбәр аяҙ күктәге йәшен булып яңғыраны.
Ағымдағы аҙнала "Башкиравтодор" йәнә киң мәғлүмәт сараларында әүҙем телгә алына. Дүшәмбеләге кәңәшмәлә Республика башлығы предприятиелағы хәлдәргә бәйле үҙ аңлатмаһын биреп күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Бөтә юридик процедуралар күләгәһендә рейдерлыҡ элементтары йәшеренгән. Эйе, тап 90-сы йылдарҙағы һымаҡ. Әммә Башҡортостан инфраструктураһына яуаплы төп предприятиены бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ, тип үҙ позицияһын белдерҙе республика етәксеһе.
"Башкиравтодор" – ҙур хужалыҡтың бер сылбыры ғына һәм ундай ҡатмарлыҡтар менән тап булған предприятие, компаниялар бихисап. Әлбиттә беренсе сиратта дәүләт ойошмалары урынлы һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙә талап итә. Шәхси бизнес араһында ла социаль әһәмиәткә эйә булғандары бихисап, уларҙың бөлгөнлөккә ҡалыу эҙемтәләре республика өсөн бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Конкрет миҫалдарға туҡталғанда Күмертау авиация-производство предприятиеһы, Матбуғат йорто, агропредприятиелар, фанера комбинаты, арматура заводы һәм башҡалары. Һәр осраҡ уникаль, ҡайҙалыр заказдар менән, субсидия, дәүләт ярҙамы, һөҙөмтәле менеджмент менән ярҙам күрһәтелә.
"Башкиравтодор" менән булған осраҡ тағы бер проблеманы хәтергә төшөрҙө. 90-сы йылдар артта ҡалһа ла рейдерлыҡ, тотош компанияларҙы баҫып алыу ниәттәре һүнмәй, ә иң үкенеслеһе — ул бөгөнгө шарттарҙа ла мөмкин икән. Тик башҡа юлдар менән, юридик ысулдар менән башҡарыла был эш. Закондар нисек кенә камил булмаһын уны оҫта ҡулланып та кеҫә ҡалынайтырға була.
"Иҡтисади Башҡортостан"да бөгөн был хаҡта тәфсирләп һөйләшелде. Студия ҡунағы – даими эксперт, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова.







