Иҡтисади Башҡортостан - 30.10.2025 Башҡортостанда студент отрядтары хәрәкәте үҫешә

Өсөнсө хеҙмәт миҙгелендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында 6 меңдән ашыу студент эшләгән.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 30.10.2025 Башҡортостанда студент отрядтары хәрәкәте үҫешә
Был һан үткән йылғы менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Совет осоро менән ауаздаш һәм күп кенә өлкән быуын вәкилдәре хәтирәһендә яҡшы уйылып ҡалған студент отрядтары йәштәргә эш табыу тураһында ғына түгел, ул дәүләт кимәлендә социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүсе хәрәкәт.
Совет осоронда тотош бер хеҙмәт һәм тормош мәктәбе булған студент отрядтары илдең мөһим төҙөлөштәренә үҙ өлөшөн индергән. Байкал-Амур магистрале, Мәскәү митрополитены кеүек ҙур инфраструктура проекттары булһынмы, ВАЗ, КАМАЗ автозавотары, йә Саяно-Шушенск гидроэлектростанцияһы, Магнит, Днепрогэсты төҙөү, йә Себер урмандарында ағас әҙерләүме, барыһы ла студент отрядтары ярҙамы менән башҡарыла. Матур йоланы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң да тергеҙергә тырышыусылар була, әммә уны системалы рәүештә хәл итеү талап ителә. Һуңғы йылдарҙа студент хеҙмәт армиялары йәнә үҫешә башланы. Башҡортостан был йәһәттән илдә алдынғылар рәтендә тиһәк бер ҙә яҙыҡ булмаҫ. Үткән аҙнала Өфөлә студент отрядтарының өсөнсө миҙгелен йомғаҡлау съезды булды. Унда сығыш яһап Радий Хәбиров студенттарҙы республиканың эре предприятие-ойошмаларына эшкә йәлеп итеү тәжрибәһе киңәйтеләсәген хәбәр итте.
Студент отрядтары, уларҙың республика, ил хужалығына индергән өлөшө, хеҙмәт тәрбиәһе биргән һәм дуҫлыҡ нигеҙе булған был хәрәкәттең бөгөнгөһө хаҡында алдағы ярты сәғәттә һөйләшәбеҙ. Хөрмәтле радио тыңлаусылар һеҙҙең дә студент отрядтарына бәйле хәтирәләрегеҙҙе һәм фекерҙәрегеҙҙе ишетергә теләйбеҙ.
Студияла — "Рәсәй студент отрядтары" ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе студент хеҙмәт отрядтары йүнәлеше кураторы урынбаҫары Лиана Таипова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия универистетының Башҡорт филологияһы факультеты студенты Илүзә Янбаева.