Башҡортостанда ике йыл ярым элек эш башлаған фонд филиалы бөгөн яугирҙәребеҙҙең һәм уларҙың яҡындарының төп кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһына әүерелде. Ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин һуң, улар нисек хәл ителә, райондағы координаторҙар хаҡында тапшырыу дауамында ентекләп һөйләштек.
Студиябыҙ ҡунағы - "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.







