Журналистар һәм халыҡ һорауҙарына яуап биреү 4 сәғәттән ашыу дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Республика етәксеһенә 9 мең 591 һорау-мөрәжәғәт килде. Тура эфирҙа шуларҙың бер нисәһенә яуап яңғыраны. Яуаптар һәм белдереүҙәр мәғлүмәт киңлегендә әүҙем тикшерелә.
Халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу федераль кимәлдә күптән, ә һуңғы арала төбәктәрҙә лә үҙенсәлекле бер йолаға әүерелде. Бындай форматтағы һөйләшеүҙең тәүмаҡсаты халыҡтың реаль проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеү юлдарын барлау менән бергә йәмғиәт һәм власть араһындағы бәйләнештең ниндәй кимәлдә булыуын асыҡлау сараһы ла. Тура эфирҙа барасаҡ әңгәмә Башлыҡ ауыҙынан сыҡҡан белдереүҙәргә анализдан ғибәрәт булыр.
Студия ҡунағы — Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов.







