Байрам өҫтәленә ризыҡ йыйыу булһынмы, ғаиләгә, туған, дуҫ-иштәргә бүләктәр әҙерләүме, барыһы ла магазин, сауҙа комплекстары, йә маркетплейстарға илтә. Яңы йылды яңы әйберҙә ҡаршылау теләге лә көслө беҙҙә, тап ошо осорҙағы күп осраҡта яһалма ташламаларға алданып ҡиммәтле көнкүреш әйберҙәре һәм башҡаһын да алып ҡалырға тырышабыҙ. Ә байрам нисек тиҙ килеп еткән, шулай үтеп тә китә, тик ығы-зығы араһында һатып алынған тауар өмөттәрҙе аҡламай. Үҙеңдең ҡулланыусы хоҡуҡтарын дәлилләрлек чек, гарантия талоны һәм башҡалары бармы, сифатһыҙ тауар һәм хеҙмәт өсөн хаҡты кире ҡайтарырға буламы? Һатып алған ваҡытта нимәләргә иғтибар итергә кәрәк? Был һорауҙарға яуапты алдағы ярты сәғәттә табырға тырышырбыҙ.
Студиябыҙ ҡунағы – Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгесе Нәркәс Вәлиуллина.







