Иҡтисади Башҡортостан - 18.12.2025 Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа

Владимир Путин менән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы башланыуға теүәл бер тәүлек ваҡыт ҡала.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 18.12.2025 Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа

"Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары"н барлауға Рәсәй журналистары менән бер рәттән донъя киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә йыйыла. Һәр ваҡыттағыса, Ил башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә айырым кешеләрҙең хәл ителмәгән мәсьәләләре лә, Рәсәй халҡын борсоған проблемалар ҙа, илдең киләсәгенә бәйле глобаль һорауҙар ҙа күтәрелә. Был юлы көнбайыш баҫымына, санкцияларға бәйле һәм әлбиттә, Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙар байтаҡ һәм улар араһында ғәҙәти мәсьәләләр ҙә күп. Ауыл, район йә ҡала хакимиәте кимәлендә, төбәк властары хәл итергә тейешле һорауҙарҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар урындағы яуаплы структураларға еткерелә һәм уның үтәлеше контролгә алына. Шуғалыр ҙа колл-үҙәккә килгән мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта ғына.

Ни өсөн халыҡ ябай мәсьәләләр менән дә ил башлығына тиклем барып етә? Был урындағы башҡарма властарҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, закон сығарыусыларҙың халыҡты ишетмәүе, битарафлығынанмы? Тура бәйләнеш ваҡытында күтәрелгән мәсьәләләр артабан нисек хәл ителә?

Студиябыҙҙа - Өфө Фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты директорының фән буйынса урынбаҫары, сит илдәр тарихы һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы мөдире Искәндәр Сәйетбатталов.