Иҡтисади Башҡортостан - 29.01.2026 Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеү

Студиябыҙ эксперты - Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 29.01.2026 Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеү

Сәйәси киңлектә тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр барған арала, махсус операция биләмәһендә нацизмға ҡаршы көрәш дауам итә. Бөгөнгө һуғыш башҡаларынан ҡырҡа айырыла. Пехота, артиллерияның бөгөн үҙ күҙҙәре бар – ул да иһә дрондар. Пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында разведка алып барыла, дошман өҫтөнә граната ла яуҙырыла, алғы һыҙыҡта ҡалған яугирҙәргә хатта эсәр һыу ҙа алып барыла, дошман тылындағы инфраструктураны эшлектән сығарыу өсөн йөҙҙәрсә саҡрымдарға шартлатҡыстар ҙа осорола. Был мөмкинлектән ҡаршы ғәскәрҙәр ҙә мәхрүм түгел, һәр хәлдә дрондар Башҡортостанға ла осоп килеп еткән осраҡтар булып тора.

Ҡанатһыҙ ҡоштарҙың бөгөнгө һуғышта ни тиклем мөһим булыуын аңлап Рәсәйҙә айырым ғәскәр булдырылды. Пилотһыҙ системалар ғәскәре, унда хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре, бөгөнгө реаль шарттарҙа дрондарҙың ҡулланылышы хаҡында һөйләштек.

Студиябыҙ эксперты - Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәсәй хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.