Иҡтисади Башҡортостан - 19.02.2026 Пилотһыҙ системалар ғәскәре – Рәсәй армияһының элитаһы

Махсус хәрби операция һуғыш тураһындағы ҡалыплашҡан ҡарашты ҡырҡа үҙгәртте.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 19.02.2026 Пилотһыҙ системалар ғәскәре – Рәсәй армияһының элитаһы

Яу ҡағиҙәләре лә хәҙер быға тиклем булғандарынан күпкә айырыла. Киләсәкте һүрәтләргә тырышҡан киноларҙағы кеүек лазерлы автоматтар ҙа, көслө тауыш менән генә дошмандың башын томалаған аппараттар ҙа ҡулланылмай. Бөгөнгө һуғыштың төп көстәренең береһ – ул ябай дрон. Пилотһыҙ системалар ғәскәре – Рәсәй армияһының элитаһы. Илдә яңы булдырылған ғәскәр тураһында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. МХО башланған ваҡытта пилотһыҙ системалар буйынса айырым ғәскәр булдырыласаҡ тиһәләр "әкиәт" тип ышанмаҫ та инек бәлки.

Әммә бығаса уйынсыҡ булараҡ ҡабул ителгән коптерҙар тиҙ арала алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙең төп ярҙамсыһына әүерелде. Беренсенән, уны дошмандың хәрәкәттәрен күҙәтер өсөн файҙаланһалар. Һуңғараҡ дрондар төп ҡоралдарҙың береһенә әйләнде. Уға шартлатҡыс тағып танкка ҡаршы ебәреү, йә блиндажға "күстәнәс" итеп ташлау киң ҡулланыла башланы. Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәргә әле яугирҙәр йыйыу әүҙем бара. Бөтә льготалар һәм түләүҙәр ҙә ҡаралған, иң мөһиме контрактты 1 йылға төҙөргә мөмкин һәм ул атоматик рәүештә оҙайтылмай тип вәғәҙә ителә. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кем эләгә ала һәм ниндәй талаптар, шарттар ҡаралған. Алдағы минуттарҙа был хаҡта Башҡортостан хәрби комиссариаты вәкиле Азамат Шәрәфетдинов менән ентекләп һөйләшербеҙ.