Иҡтисади Башҡортостан - 02.04.2026 Яугир-ветерандарға үҙ эшен асырға ярҙам итәләр

Махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтҡан ветерандарға үҙ эшен асыуға айырым программалар исемлеге киңәйә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 02.04.2026 Яугир-ветерандарға үҙ эшен асырға ярҙам итәләр

Махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтҡан ветерандарға үҙ эшен асыуға айырым программалар исемлеге киңәйә. Быйыл ғинуарҙан социаль контракт тип аталған ярҙам сараһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн "Агростартап" проектына айырым өҫтәмәләр индерелде. Демобилизацияланған яугирҙар фермерлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 3-7 миллион һумлыҡ ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға форсат итмәгәндәр иһә йүнселлектә үҙҙәрен һынап ҡарау һәм эште башлау өсөн социаль килешеү нигеҙендә дәүләттән 350 мең һум алала. Бынан тыш төрлө йүнәлештәр буйынса белем камиллаштырыу, эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булараҡ был тәңгәлдәге бөтә сараларға әүҙем ҡушыла. Райондарҙа эшләп килгән социаль координаторҙар бөтә төр ярҙам буйынса яугирҙәрҙе һәм яҡындарын оҙатып йөрөүсе ролен үтәй. Былар хаҡында тәфсирләп алдағы ярты сәғәттә ентекләп һөйләшербеҙ.

Студиябыҙ ҡунағы "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары Рида Әхмәтйәнова.