Башҡортостанда тәүге урман янғындары теркәлде

Йылайыр һәм Белорет райондарында сыҡҡан ут һүндерелгән.
  • Башҡортостанда тәүге урман янғындары теркәлде

Был хәбәр урман янғындары миҙгеленең башланыуы хаҡында иҫкәртә һәм һаҡлыҡ саралары тураһында хәтерҙе яңыртыу кәрәклегенә ишаралай. Башҡортостанда алдағы 3 ай ғәҙәттәгенән эҫерәк, ә яуым төшөм аҙыраҡ булмаҡсы. Һәр хәлдә, синоптиктар шулай тип фаразлай. Ә ҡоро һауа торошо урман янғындарына төп сәбәпсе. Яҙҙың да иртә килеүен иҫәпкә алып республика урмандарында янғын хәүефе режимы индерелде. Был осорҙа урманға сығыуға бәйле сикләүҙәр ҙә буласаҡ.

Яҙ – урман эшселәре өсөн ҡыҙыу мәл, уларҙы тергеҙеү, үҫентеләр сәсеү мәле лә. Республикала хәҙер матур йолаға әүерелгән "Йәшел Башҡортостан" һәм "Хәтер баҡсаһы" акциялары ағас ултыртыу менән бергә ғәйәт ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Ул үҫеп килгән быуында Ер шарының "йәшел ҡалҡаны"на һаҡсыл ҡараш тыуҙыра. Быларҙың барыһы бергә кешене туйындырған да, кейендергән дә урманды хәстәрләү өлгөһө. Миҙгеле килгәс иҫкәртер ҙә, хәтергә төшөрөр ҙә сәбәп булыр бөгөнгө һөйләшеү.

Янғын хәүефе осоронда тәбиғәткә һаҡсыл булыу ҡағиҙәләрен ҡабатлап, сикләүҙәр тәртибен барларға һәм ҡырҡылған урмандарҙы тергеҙеү буйыса дәүләт тарафынан башҡарылған эштәргә байҡау маҡсатында студиябыҙға Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Наилә Зарипованы саҡырҙыҡ.