Иҡтисади Башҡортостан - 14.05.2026 Яңы сәйәхәт миҙгеленә әҙерлек

Туризм үҫеше, туристик продукттар, яңы маршруттар һәм эске туризмдың яңы йүнәлештәре.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 14.05.2026 Яңы сәйәхәт миҙгеленә әҙерлек

Шулай тигәндә Башҡортостанды илдең башҡа төбәктәренән айырып торғандары тураһында һүҙем. Һуңғы көндәрҙә республиканы танытыр һәм туристар йәлеп итер мәсьәләлргә арналған бихисап мәғлүмәти сәбәптәр булды. Аңлашыла, быға яңы туристик миҙгелдең башланып тороуы үҙе бер сәбәп тыуҙыра. Тәбиғәте, уникаль ҡомартҡылары, йолаларҙы һаҡлаған халҡы һәм үҙенсәлекле аш-һыуы менән Башҡортостан ситтән килгән туристар өсөн ҡыҙыҡлы бөгөн. Бер түгел ике геопарктың, уникаль алтын ҡаҙаҡ, тәүтормош кешеләр тарихын һаҡлаған Шүлгәнташ мәмерйәһе, Шихандар... былар барыһы ла беҙ төйәк иткән ерҙең ҙур бүләге.

Уны дөрөҫ итеп һата белеү, талапсан туристҡа шарттар тыуҙырыу, ялды зауыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла итеп ойоштороу иһә беҙҙең бурыс. Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан, нимәһе менән үҙенсәлекле, унда мотлаҡ барып күреү теләге уянһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында аҙаҡҡы йылдарҙа төплө уйфлана башланыҡ булһа кәрәк. Быны статистика һәм төрлө аналитик тикшереүҙәр ҙә раҫлай. Республиканы ниһәйәт таный, белә һәм ҡайһылар күрә башланы тиһәк бер ҙә шыттырыту булмаҫ. Башҡаларға оҡшамаған, үҙенә генә хас үҙенсәлеге булған Башҡортостан тип сит илдә түгел, әле Рәсәйҙә таныһындар өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әле эшләнә? Киләсәктә ниндәй туристик йүнәлештәрҙе үҫтерергә кәрәклеге хаҡында алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Заһир Ҡотлосурин.