Иҡтисади Башҡортостан - 21.05.2026 Яһалма зиһен мөмкинлектәре

Яһалма зиһен (ИИ) - ул компьютер системаларына ғәҙәттә кеше интеллекты талап иткән бурыстарҙы үтәргә: мәғлүмәтте анализларға, образдарҙы белергә, ҡарарҙар ҡабул итергә, тәбиғи телде эшкәртергә мөмкинлек биргән технология.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 21.05.2026 Яһалма зиһен мөмкинлектәре

Яһалма зиһен тураһында булыр бөгөнгө тура эфирҙа барасаҡ һөйләшеү. Быға мәғлүмәти сәбәп тә етди. Радий Хәбиров Башҡортостанда Һанлы трансформация һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереү буйынса совет булдырыу, шулай уҡ абруйлы федераль эксперт Олег Лиҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү тураһында иғлан итте.

Яһалма интеллект (ИИ) — ул компьютер системаларына ғәҙәттә кеше интеллекты талап иткән бурыстарҙы үтәргә: мәғлүмәтте анализларға, образдарҙы белергә, ҡарарҙар ҡабул итергә, тәбиғи телде эшкәртергә мөмкинлек биргән технология. Ябайлаштырып әйткәндә, был «уйлай торған» һәм «белем биреүсе» машина. Ябай итеп әйткәндә: тәүгә бесәйҙе күргән баланы күҙ алдына килтерегеҙ. Тәүҙә ул үҙенең нимә икәнен белмәй, әммә ата-әсәһе уға төрлө бесәйҙәр күрһәтә һәм: «Был бесәй», тип аңлата. Бала, төрлө төҫтәге, ҙурлыҡтағы йәки тоҡомдағы булһа ла, бесәйҙәрҙе аҡрынлап танырға өйрәнә. Яһалма зиһен ошо юҫыҡта эшләй, әммә бик ҙур мәғлүмәттәр менән эшләй һәм математик алгоритмдарҙа «өйрәнә». Яһалма зиһенгә ошо аңлатманы ла ул үҙе яҙып бирҙе. Ҡыҫҡаһы, бөтә һорауға тиерлек яуап бирә алған, төрлө бурыстарҙы үтәй алған технология тип әйтергә лә мөмкин яһалма интеллекты. Һуңғы ваҡытта ул бик йылдам үҫешә һәм кеше тормошон күпкә еңеләйтеүсе инструментҡа әйләнде. Әммә әлегә беҙ күпселектә яһалма зиһендең бик аҙ өлөшө менән генә файҙаланабыҙ. Алдынғы компаниялар, дәүләт органдары ла бөгөн был технологияны әүҙем үҙләштерә. Транспорт, медицина, белем биреү һәм башҡа тармаҡтарҙа бөгөн ҡулланыла яһалма зиһен. Дөйөм алғанда банк системаһы был йәһәттән алдынғыларҙын иҫәпләнә.

Бөгөн беҙ студияға яһалма зиһен менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәрҙең береһен — Ғәзиз Әбделмәновты саҡырҙыҡ.