Тыл - фронтҡа таяныс һәм күңел йыуанысы ла

Ике аҙна һайын республиканан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ теләге менән Донецк һәм Луганск госпиталдәренә юллана.
  • Тыл - фронтҡа таяныс һәм күңел йыуанысы ла

Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып Махсус хәрби операцияға гуманитар ылауҙар оҙатыу эшен системаға һалды. Был эшкә битараф булмаған эшҡыуарҙар, эре предприятиелар, ябай кешеләр ихлас ҡушыла. Көндәлек мәшәҡәттәр, эш араһында ваҡытын йәлләмәй, сығымдарын һанамай күңел биреп алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә ярҙам итә замандаштарыбыҙ. Шунһыҙ еңеү булмаясағын яҡшы аңлай ирекмәндәр. Маскировка селтәрҙәре үреү, яугирҙәргә кейем тегеү, аш-һыу әҙерләү, төҙөлөш материалдары менән ярҙам итеү, фронтта кәрәкле ҡорамалдар һәм медикаменттар һатып алыу, техника һәм запас частәр ебәреүселәр хаҡында бөгөн һәр беребеҙ ишетеп кенә түгел күреп беләбеҙ. Улар араһында яу һыҙығына тиклем барып госпиталдәрҙә яҡтан яралы яугирҙәргә ярҙам итеүселәр айырыуса ихтирамға лайыҡ. Башҡортостанда булдырылған "Беренсе тирмә" проекты ил өсөн уникаль күренеш.

Ике аҙна һайын республиканан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ теләге менән Донецк һәм Луганск госпиталдәренә юллана. Бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта шундай замандаштарыбыҙҙың береһе Гөлсөм Мортазина.