Сараның маҡсаты – алимент буйынса бурысын түләмәй, үҙ балаһынан ҡасып йөрөгән "кәкүк" ата-әсәләрҙе асыҡлау, уларҙың бала өсөн яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрөү, өгөтләү, кәрәк икән — бурыстарын түләргә мәжбүр итеү. Алимент бурыстары приставтарҙың башҡарыу эштәре исемлегендә беренсе урында ҡала. Бала ауыҙынан йәшерелгән тиндең бәрәкәте булмаҫ, ә йәшергәндең тормошо алға бармаҫ, тигән лозунг менән билдәләйек бөгөнгнө тапшырыу темаһын.
Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов бөгөн беҙҙең студия ҡунағы булды.







