Иҡтисади Башҡортостан - 11.06.2026 Рәсәй иҡтисады тарихи үҙгәрештәр осорон кисерә

Санкциялар баҫымы арҡаһында бөгөн Европа баҙарының Азияныҡы менән алмашыныуын күҙәтәбеҙ.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 11.06.2026 Рәсәй иҡтисады тарихи үҙгәрештәр осорон кисерә

Мәҫәлән, һуңғы 10 йыл эсендә генә Азия дәүләттәре менән Рәсәйҙең тышҡы сауҙа бәйләнештәре өс тапҡырға артҡан. Бөгөн был тенденцияның артабан үҫә барасағына шигем юҡ. Үҙҙәрен беҙҙең илдең "дошман"ы итеп танытҡан көнбайыш тауарҙарына алмаш табыла, был бит баҙар ҡануны. Ихтыяж бар икән тәҡдим дә бар. Санкт-Петербургта был көндәрҙә иң күләмле иҡтисад форумдарының береһе үтте. Халыҡ-ара майҙансыҡҡа йыйылыусылар составы быйыл үткәндәренән бер ни тиклем айырыла. Рәсәй менән партнерлыҡ бәйләнештәрен өҙгән дәүләт вәкилдәре лә күренә башланы был сарала. Башҡортостан быйылғы форумда йәнә үҙ экспозицияһы менән хайран ҡалдырҙы.

Ҡунаҡтарҙы республиканың иҡтисади потенциалы һәм төбәк тарихы менән "Шәжәрә" ағасы формаһында булдырылған яһалма зиһен таныштырҙы. Форумда ҡатнашыуҙан ҡарағанда уның һөҙөмтәһе мөһимерәк. Был юлы Башҡортостан 100 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөүгә өлгәште. Исемлектә инсфраструктура проекттары, яңы предприятиелар һәм ауыл хужалығына бәйле ниәттәр бар. Алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумына байҡау һәм Башҡортостан өсөн һөҙөмтәләрен барлауҙан ғибәрәт булыр.

Студиябыҙ ҡунағы иҡтисад фәндәре кандидаты, даими экспертыбыҙ Гүзәлиә Ғәлимова менән һөйләшәбеҙ.