Быйылғы форумдың төп темаһы — махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең трансформацияһы.
"Барыһы ла Еңеү өсөн!" лозунгы менән берләшеү төп маҡсат итеп билдәләнгән осорҙа тап был тема һайланыуы осраҡлы түгел. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн берләшеү ниндәй кимәлдә һуң, йәмғиәттә йәшәгән һәр кемебеҙ үҙенә ошо һорауҙы бирергә тейештер.
Ә бөгөнгө Гражданлыҡ форумында күтәреләсәк темалар ана шул берҙәмлекте һәм өлөш индереүҙе системалаштырыу мәсьәләләрен күтәрәлер моғайын. Быны студиябыҙ ҡунаҡтары менән бергә асыҡлайыҡ.
Башҡортостан Башлығы гранттары фондының белем биреү программалары, анализлау һәм планлаштырыу бүлеге баш белгесе Айнур Зәйнетдинов һәм фондтың проекттарҙы әйҙәү һәм тормошҡа ашырыу бүлеге баш белгесе Әлиә Абдрахимова.







