Быйылғы ярышта Рәсәйҙең өс тиҫтәгә яҡын төбәгенән һәм 13 сит илдән командалар ҡатнаша.
Нимә ул "Геосаҡырыу" чемпионаты? Геология менән бәйле айырым бер тармаҡ сараһы ғына булһа ла уның Башҡортостан, төбәк иҡтисады өсөн әһәмиәте ҙур тип билдәләй ойоштороусылар. Радий Хәбиров ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Республикабыҙ – геологтар өсөн ожмах иле тип тә һалдырғайны. Бай ҡаҙылмабайлыҡтар, уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, үҙенсәлекле ланшафт, былар барыһы ла буласаҡ геологтар өсөн өйрәнер, тәжрибә туплар һәм фәнни асыштар яһар нигеҙ булдыра.
Шуныһы ла мөһим – "Геосаҡырыу" чемпионаты еңеүселәре илдең геология тармағындағы алдынғы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге ала. Йәштәргә хеҙмәттәшлек тураһында саҡырыуҙар ярыш ваҡытында уҡ килә башлай.
Чемпионат геология һөнәрҙәренең абруйын арттырып, студенттарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүҙә һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан исеменән чемпионатта юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары сығыш яһай. Улар сит ил командалары менән берлектә 12 төрлө дисциплина буйынса һынау тота. Күнекмәләрҙең төп өлөшө ялан шарттарында уҙғарыла.
Геосаҡырыу халыҡ-ара чемпионаты, уның республика өсөн әһәмиәте, Бшҡортостанда был фәндең торошо һәм уның төбәк иҡтисадына йоғонтоһо хаҡында һөйләшербеҙ алдығы минуттарҙа ентекләп һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы – Рәсәйҙең почетлы ер аҫты разведчигы, "Башнедра" фонды президенты, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов.







