Иҡтисади Башҡортостан - 01.10.2026 Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы шарттары үҙгәрә

Бөгөндән Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы шарттары үҙгәрә, уның менән бергә процент ставкалары ла.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 01.10.2026 Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы шарттары үҙгәрә
Был яңылыҡты беҙ 1 июлдә үк ишеткәйнек инде, әммә үҙгәрештәр 1 октябргә тиклем кисектерелде. Был юлы ла һуңғараҡҡа ҡалдырасаҡтар тигән имештәр ишетелде, әммә улай булманы. Хәҙер ғаилә ипотекаһы менән файҙаланырға теләүселәргә яңы шарттарҙы өйрәнергә һәм килешергә генә ҡала. Төп ҡағиҙә – ғаилә ни тиклем ҙур, процент ставкалары шул тиклем түбәнерәк. 1-2 бала менән хәҙер ғаилә ипотекаһы алыу ҡатмарлыраҡ буласаҡ.
Алдағы ярты сәғәттә ғаилә ипотекаһына бәйле үҙгәрештәрҙе барларбыҙ, күсемһеҙ милек баҙарын анализлап торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле һорауҙарға белгестәр менән бергәләп яуап эҙләрбеҙ.
Күсемһеҙ милек баҙары эксперттары Ғәлинур һәм Лилиә Байсыуаҡовтар беҙҙең һәм һеҙҙең һорауҙарға яуап бирергә әҙер