1990 йылдың 11 октябрендәге үҙаллылыҡ тураһындағы документ, йылдар үтеү менән, төп аслынан тайпылһа ла, ваҡытында республикабыҙға етди мөмкинлектәр асты, иркен тын алыу мөмкинлеге бирҙе. Дәүләт символдары, гербыбыҙ, гимныбыҙ, милли-мәҙәни күтәрелеш – уның емештәренең бер нисәһе генә.
Республика башҡорт халҡының сәйәси һәм мәҙәни тупланыу үҙәге булараҡ танылды. Шул уҡ ваҡытта, ошонда йәшәгән башҡа халыҡтар, милләттәргә лә туған телдәрен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырҙы. Бөгөнгө һөйләшеү тарихи ваҡиғаларҙы барлап, бөгөнгөгә анализ яһап фекер алышыуҙан ғибәрәт .
Сәбәбенә тап килтереп студияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосоповты саҡырҙыҡ.







