Иҡтисади Башҡортостан - 15.10.2025 Йәш таланттарға иғтибар

Башҡортостанда йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә һуңғы йылдарҙа иғтибар һиҙелерлек артты.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 15.10.2025 Йәш таланттарға иғтибар
Бигерәк тә техник йүнәлештәргә, заманса технологиялар, робототехника, программалау һәм башҡа тармаҡтарҙы тиҙ үҙләштергән, ҡыҙыҡһыныуы булған балалар өсөн төрлө программалар бар. Ә был киләсәктә бәлки бөйөк асыштарға һәм билдәле һәләттәрҙең үҫеп сығыуына ныҡлы нигеҙҙер. Рәмиев, Заварицкий, Ғәйнетдинов, Курчатовтар миҫалы республикабыҙҙа һәр дәүерҙә лә үҙенең исемен донъя тарихына яҙған уйлап табыусылары булыуына ғорурлыҡ уята һәм буласағына ышаныс бирә.
Бәшир Рәмиев исемен инеш һүҙҙә бушҡа ғына телгә алманым, ул ысынлап та уникаль асыш яһаусы яҡташтарыбыҙҙың береһе. Ябай ауылдан сыҡҡан егет бик ҡатмарлы юл үтеп, ауыр яҙмыш һынауҙарын үтә. Әммә маҡсаттарына һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына тоғро ҡала һәм тәүге ЭВМ-ды уйлап табыусы булараҡ үҙ исемен тарихҡа яҙа. Республикала тиҙҙән уның исемен йөрөткән математика лицей интернаты буласағын күптәр ишеткәндер. Октябрҙән буласаҡ уҡыусыларҙы һайлап алыу башланды, ә белем усағы киләһе йылда ишектәрен асыр тип көтөлә. Ошо хаҡта алдағы ярты сәғәттә студиябыҙ ҡунаҡтары менән ентекләп һөйләшербеҙ.
Студия ҡунаҡтары —  Республика математика лицей-интернатын булдырыу концепцияһын актуалләштереү һәм эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ринат Ҡурамшин һәм эшсе төркөм ағзаһы Фәнүр Йәһүҙин.