Иҡтисади Башҡортостан - 05.11.2026 Реаль мәсьәләләр менә - шәхсән Республика етәксеһенә

Радий Хәбиров 11 ноябрҙә халыҡ менән тура бәйләнешкә сыға.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 05.11.2026 Реаль мәсьәләләр менә -  шәхсән Республика етәксеһенә
Һәр ваҡыттағыса, төбәк башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә айырым кешеләрҙең хәл ителмәгән мәсьәләләре лә, Башҡортостан халҡын борсоған иң киҫкен проблемалар ҙа, республиканың киләсәгенә бәйле һорауҙар ҙа килә. Уларҙың һаны көндөн-көн арта. Юлдар, торлаҡ – көнкүреш мәсьәләләре ғәҙәттәгесә беренсе урында. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәткә бәйле мөрәжәғәттәр ҙә етерлек. Килгән һорауҙар йәшәйештең барлыҡ тармаҡтарына ла ҡағыла – иҡтисад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, демография, мәҙәниәт, сәнәғәт, спорт, транспорт. Махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм ғаиләләргә ярҙам, реабилитация буйынса һорауҙар ҙа бар.
"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында уртаға һалып һөйләшер теманы сисеү өсөн студияға иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Розалия Шәрәфуллинаны саҡырҙыҡ.