Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ошо көндәрҙә яңы состав менән эш башланы. Граждандар йәмғиәте тигәндә уның барлығын дәлилләүсе институттар булыуы ғына аҙ, тәү нәүбәттә дәүләт менән тиң хоҡуҡлы булыуы һәм мөмкинселектәренең дә унан кәм булмауы зарур. Граждандар йәмғиәте бөгөн Рәсәйҙә дәүләт хакимлығы хәл иткән бөтә мәсьәләләр буйынса фекер алышыуға йәлеп ителергә тейеш. Дәүләт, муниципаль органдарға ла бит кире бәйләнеш, диалог кәрәк, шунһыҙ төрлө социаль мәсьәләләрҙең үтәлеше лә хәүеф аҫтына ҡуйыла. Һәм бына ошонда инде беҙ Йәмәғәт палатаһы тигән һис шикһеҙ мөһим институт тураһында әйтә алабыҙ. Студиябыҙ ҡунағы — Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының аппарат етәксеһе Шамил Римзил улы Вәлиев.
Иҡтисади Башҡортостан - 18.11.21 Республиканың Йәмәғәт палатаһы яңы состав менән эш башланы
Гражданлыҡ институты өлгөһө булараҡ Йәмәғәт Палатаһы илдә демократия нигеҙен нығытыусы берләшмә булып тора. Илдәгенән тыш һәр төбәктә ла бар улар.