Матур башҡорт теле

“Матур башҡорт теле” проектын башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды “Рәсәй” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы менән берлектә бойомға ашыра.
Егерме телевизион дәрес барышында уҡыусылар уҡытыусы менән Ватсап мессенджеры аша ла бәйләнешкә сығасаҡ. Эфирҙағы дәрестәрҙән тыш матур башҡорт телен өйрәнеүселәргә өйгә эш тә бирелә.