Проект:

Млечный путь

Млечный путь – Альфия Юлчурина (на башкирском языке)

Смотрите выпуск Млечный путь – Альфия Юлчурина (на башкирском языке)
Млечный путь – Альфия Юлчурина (на башкирском языке)

Әлфиә Юлсурина. Уны сәнғәт донъяһына килтергән, ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы дәрәжәһенә үрләткән һуҡмаҡтар һикәлтәле һәм урау-урау... Моғайын, шуға ла уның өсөн йыр бер ҡасан да күңел асыу сараһы ғына булманы. Киреһенсә, йырҙы йөрәк яраларын бөтәйтер, күңелдәрҙе сафландырыр мөғжизәле көс, ижад итеү ҡеүәһен – үҙенә Хоҙай тарафынан бирелгән оло бүләк итеп, ә сәхнәне – яҙмыш һынауҙарына ҡаршы торорҙай, рухи фәҡирлек менән көрәшерҙәй изге урын тип иҫәпләй ул.

Тормошобоҙҙо ялған ҡиммәттәр баҫып барған болғансыҡ заманда йырсының ихлас ижады, әкиәттәге тереһыу кеүек, яралы йәндәрҙе дауалай, рух юғарылығына әйҙәй. Һәм тамашасыһы уға тап ошо ихласлығы өсөн рәхмәтле.

“Ҡош юлы” программаһында ижад серҙәре һәм яҙмыш һынауҙары хаҡындағы хәтирәләре, уй-фекерҙәре һәм хыялдары менән Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина уртаҡлаша. Тапшырыуҙы 24 мартта 19 сәғәт 15 минутта һәм 24.00. сәғәттә Башҡортостан-24 телеканалында ҡарағыҙ.