Сираттағы сығарылыш ҡунағы — Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге — "Рәсәй Эше" кадрҙар үҙәге бүлек мөдире урынбаҫары Айгөл Сабирова.
Циклдың өсөнсө сығарылышында Айгөл Шәүкәт ҡыҙы йәштәргә һөнәр һайлағанда нимәгә иғтибар итергә, ҡайҙа үҙ аллы эш эҙләргә, мәшғүллек үҙәге аша белем алыу мөмкинлектәре, шулай уҡ йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа эш биреүселәргә ярҙам тураһында һөйләйәсәк.