Бөгөнгө сығарылышта беҙ «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» программаһы буйынса бушлай уҡыу тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Ниндәй программаларға ихтыяж ҙур;
Кемдәр һәм ниндәй йүнәлештәр буйынса уҡып сыға ала;
Хеҙмәтте алыр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Ошо һорауҙарға Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең — «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгенең эш биреүселәр менән үҙ-ара эш итеү бүлеге етәксеһе Айгөл Сабирова яуап бирә.