Мәшғүллек үҙәге хәбәрҙәре - 12.03.2025 Башҡортостанда "Ватандаштар" программаһы бойомға ашырыла

Башҡортостанда "Втандаштар" программаһы бойомға ашырыла
  • Мәшғүллек үҙәге хәбәрҙәре - 12.03.2025 Башҡортостанда "Ватандаштар" программаһы бойомға ашырыла

Республикала эшһеҙлек кимәле рекорд ҡуя.

Күрһәткес һуңғы ваҡытта рекордлы түбән кимәлгә — 1,6 процентҡа (Рәсәйҙә 2,3%) еткән. Эш биреүселәр ҙә, тотош төбәк иҡтисады ла кадрҙар етешмәүҙән яфа сигә.

Мәсъәләне хәл итеү юлдарының береһе — сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы үҙ ирке менән Башҡортостан Республикаһына ҡайтарыу.

Республикала "Ватандаштар" программаһын тормошҡа ашырыу тураһында БР-ң Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының миграция сәйәсәтен координациялау бүлеге баш белгесе Әлиә Килдейәрова һөйләне.