Үткән ете көндөң мәҙәниәт яңылыҡтары башлыса Яңы йыл байрамдарына бәйле:
- Ейәнсура районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Фуат Ҡужахмәтовтың даны Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралған. Ул эшләгән ҡумыҙҙар менән билдәле артистар ҙа уйнай.
- Учалыла Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәш рәссамдары Рудольф Нуриев ижадына бағышлап төрлө техникала башҡарылған эштәре менән "Гәлсәр шишмәләр" бәйгеһендә ҡатнашты.
- Советтар Союзы геройҙары Таһир Күсимов һәм Петр Рогалевҡа барельефтар асылды.
- Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады үтте.
- Республиканан 114 бала Кремль шыршыһында булып ҡайтты.
- Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра.
- Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһында урынлашҡан ололар йортонда йәшәүсе олатай, инәйҙәр рәхәтләнеп шыршы тирәләй бейегән һәм байрам күстәнәсенән ауыҙ иткән.
- "Бүре һәм ете кәзә бәрәсе" әкиәтен Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле янындағы балалар студияһы бейеп күрһәтте.