6-14 февраль арауығында Башҡортостан мәҙәниәтендә булған мөһим ваҡиғалар
Төбәктә “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Башҡортостандың 2114 ауылын берләштергән һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән сараның финалына 54 ауыл сыҡҡан. Улар араһында Бөрө районының Баҡтыбай ауылы ла бар.
Сибай ҡалаһының Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының “Башҡорт мозаикаһы” экспозицияһы Ноябрьск ҡалаһында. Күргәҙмәне Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәүсе башҡорттар ҙа күргән.
Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡаса оккупацияланған ерҙәрҙә нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан урындағы халыҡҡа ҡаршы башҡарылған енәйәттәрҙе раҫлаған рәсми документтар "Без срока давности" тип исемләнгән күргәҙмәлә.
17 февралдә Хөрмәтулла Үтәшев театр һөйөүселәрҙе ҡунаҡта көтә .
Яныбай Хамматовҡа "Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы" исеме
Башҡортостан 24 каналы яратҡан тамашасылары өсөн 14 февралдә “Динамо” стадионы менән берлектә Яратам-Fest ойоштора.
Ольга Филиппова: “Башҡортостанда тыуып үҫкәс, башҡорт телендә йырлау минең өсөн ғорурлыҡ”
Шихан тауҙарының легендаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә
Аҙна Башҡортостан сәнғәтенә ҙур юғалтыуҙар алып килде. Башҡортостандың халыҡ артистары Роза Аҡҡучукова һәм Вәкилә Ҡалмантаева арабыҙҙан китте.