Мәҙәниәт яңылыҡтары - 06.12.24

«Мәҙәниәт яңылыҡтары» «Башҡортостан 24» каналында йома, шәмбе һәм йәкшәмбе, «Рәсәй1. Башҡортостан» каналының «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында һәр кесаҙна сыға.
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары - 06.12.24

Башдрам

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрына- 105 йыл. Республиканың иң билдәле һәм хөрмәтле театрҙарының береһе 1971 йылдан алып Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, фольклорсы һәм драматург Мәжит Ғафури исемен йөрөтә. Үҙ тарихында театр башҡорт мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең символына әүерелде. Юбилей кисәһендә Мәжит Ғафуриҙың әҫәре буйынса ҡуйылған Ҡара йөҙҙәр спектакле уйналды.

Радик Гәрәев

Уға Александра Пахмутова аккомпаниаторлыҡ итә, ә Мөслим Магомаев менән улар дуҫ була. Күренекле опера һәм эстрада йырсыһы Радик Гәрәев республикабыҙ сәнғәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе. Ҡатыны, дуҫтары һәм коллегалары "Рөстәм Ғәббәсовтың"программаһының яңы сығарылышы студияһында ҡунаҡта булды. Улар студияла "Башҡортостандың алтын тауышы" ның ниндәй булыуы хаҡында һөйләне.

Айрат Әхмәтшин

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың 75 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара уҙҙы. Зал маэстроның талантын яратыусылар, уның коллегалары һәм дуҫтары менән тулы була.

Руслан и Людмила

Рус драм театр сәхнәһендә Александр Пушкин поэмаһы буйынса "Руслан һәм Людмила" шиғри одиссеяһының премьераһы булды. Постановкала театр тулы автор тексына мөрәжәғәт итә һәм үҙенең спектаклен тик өлкәндәр аудиторияһына йүнәлтә.