Мәҙәниәт яңылыҡтары - 27.12.24

2024 йылда үткән иң мөһим мәҙәни ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп алырға тәҡдим итәм
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары - 27.12.24

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләү йылдың төп ваҡиғаларының береһе булды. Юбилей сиктәрендә баш ҡалала күп мәҙәни сралар ойошторолдо. Уларҙың араһында, "Көҙ Романтикаһы" музыка фестивале.

Книжная ярморка
Баш ҡалала икенсе тапҡыр үткән Халыҡ-ара китап йәрминкәһен 3 көн эсендә 174 меңгә яҡын кеш ейыйҙы. Байрам ҡунаҡтарына 233 нәшриәт йорто һәм китап менән сауҙа итеү ойошмалары үҙ баҫмаларын тәҡдим итте.

Мостай Кәрим
Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә бәлки донъя йәмәғәтселеге быйыл бөйөк шағир Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләне.

Туғанлыҡ фестивале
Өфөнөң 450 йыллығына арналған ҙур мәҙәни фестивалдәр һәм проекттар үткәреү исемлегендә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара театр фестивале лә булды. Ул 16 майҙан 23 майға тиклем уҙғарылды. Быға тиклем фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип аталһа, быйыл уның форматы киңәйә һәм ул Милли театрҙар исеме аҫтында үтә.

Фестиваль Абдразакова
Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Ильдар Абдразаковтың 7-се халыҡ-ара музыкаль фестиваленең йомғаҡлау концерты ла ҙур мәҙәни ваҡиғаға әүреде

Ансамбль кураистов РБ
Башҡорт Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең барлыҡҡа килеүе, быйылғы йыл республка халҡы өсөн ҙур шатлыҡ булды. Шул уңайҙан яңы байрам барлыҡҡа килде, 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай.