Мәҙәниәт яңылыҡтары - 31.10.2025

Тамашасылар күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы һәм талантлы шәхестәр, спекаклдәр, концерттар, юбилейҙар, яңы китаптар менән таныша ала.
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары - 31.10.2025

Республиканың мәҙәни тормошондағы яңылыҡтар менән һеҙҙе Гөлфиә Мәҡсүтова таныштыра.

  • Өфөнөң «Родина» кинотеатрында композитор, пианистка һәм педагог Ләйлә Исмәғилеваның тормош һәм ижад юлына арналған «Ләйлә Йыһаны» документаль фильмының премьераһы үтте.
  • Башҡортостан телевидениеһы ветераны — Рафаэль Арыҫланов үҙенең күркәм ғүмер байрамын — 90 йәшен билдәләй. Яратҡан эшенә хеҙмәттәшебеҙ ярты быуатҡа яҡын ғүмерен бағышлай. Уның телевидение үҫешенә индергән өлөшө тураһында.
  • Тиҙҙән Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театрының Башҡортостанда гастролдәре башлана.
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына — 130 йыл