Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 14.03.22 Профессор Марат Аҙнабаевты медицинаға илткән һуҡмаҡтар

«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуы билдәле табип династияларына арналған яңы китап менән таныштырҙы.
  • Өфө уттары - 14.03.22 Профессор Марат Аҙнабаевты медицинаға илткән һуҡмаҡтар

Студия ҡунағы — академик, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, РФ-ң атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев.

  • Ғалимды ошо өлкәгә килтергән һуҡмаҡ ниҙән башланған?
  • Башҡортостан офтальмологтарының уңыш серҙәре нимәлә?
  • Офтальмология фәненең бөгөнгө көнө ниндәй?
  • Әлеге мәлдә профессор етәкләгән кафедра алдында ниндәй бурыстар тора?

Ошо һәм башҡа һорауҙар менән үрелеп барған әңгәмәне Миләүшә Иҙрисова ойошторҙо.