Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй фәндәр Академиһының тәбиғи фәндәр буйынса ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашев.
- Марс Тимербулат улы, һеҙ тормошта бик әүҙем кеше... Тапшырыуҙы „уртаһынан башлайыҡ әле. Саха (Яҡут) иленә йәш табип булып барып төшөп, көтмәгәндә йөрәккә операция эшләгәнһегеҙ...тәжрибә ул тиклем юҡ. Тәүәкәллек ярҙам иттеме? Әллә сараһыҙлыҡмы?
- Хәҙер инде тапшырыуҙың башына ҡайтайыҡ. 1960 йылдарҙа медицина институты дипломы алған кеше, Башҡортостанда ла, миллион кешеле баш ҡала булып барған Өфөлә лә эш таба алыр ине. Һеҙ нишләп „Ер-аяғы, Ер башы„ тигәндәй, шул тиклем төпкөл Саха-Яҡут иленә сығып „саптығыҙ„? Партия ҡуштымы әллә?
- Һеҙ бит Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, легендар мәктәп директоры – Стәрлебаш районы — Тимербулат Юлдашевтың, шулай уҡ яратҡан әсәйегеҙҙең улы. Улар, моғайын,шул тиклем абруйлы медицина институтын тамамлаған улдарын алыҫ ебәрергә телмәгәндер, бәлки... Ниндәй яуап бирҙеләр? Фатиха булдымы?
- Кеше яҡшыға тиҙ өйрәнә тиһәләр ҙә, 60-сы йылдарҙа йәшәү, эшләү өсөн тейешле шарттар ҙа булмағандыр. Һеҙҙе нисегерәк ҡаршы алды Саха-Яҡут ере?
- Һеҙҙең табип булараҡ тағы ла бер һөнәри батырлығығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Йөрәк тиклем йөрәкте ҡулға алып операция эшләү аңлашыла. Шул уҡ ваҡытта тере организмдың ниндәй генә еренә төртһәң дә ауырта. Ҡойма аша сығырға маташып ҡот осҡос итеп яраланған егетте лә ҡотҡарырға насип булған түгелме?
- Марс Тимербулат улы, 1960-сы йылдарҙа Һеҙ барып эшләгән Саха (Яҡут) илендә ниндәйерәк һөнәр кешеләренә ҡытлыҡ ине?
- „Батырға ла ял кәрәк„ тигәндәй, Саха ерендә нисегерәк ял итә инегеҙ. Географик яҡтан бит ул илебеҙҙең иң ҙур субъекты. Йөрөп-күреп булдымы?
- Хәҙер урындағы халыҡ тураһында ла әңгәмәләшеп алайыҡ. Белеүебеҙсә, ул яҡ халҡы үҙен яҡут түгел, саха тип атай?
- Уларҙың инаныуы, мәҙәниәте тураһында ниндәйерәк мәғлүмәт-белемдәр тупланығыҙ. Улар тулыһынса мәжүсиме?
- Ғөмүмән, сит ергә ысын күңелдән ерегеп буламы? Ни өсөн Һеҙ өс йыл үткәс ҡайтырға булдығыҙ?