28 мартта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, танылған композитор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге дәүләт премияһы, Халыҡ-ара композиторҙар конкурстары лауреаты Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналды.
Программала композиторҙың ижадташ дуҫтары — Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина һәм Йәмил Әбделмәнов ҡатнашты.
Тапшырыуҙа Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында уҙасаҡ хәтер кисәһе хаҡында һөйләшеү, композиторҙың ижадына байҡау, уның тураһында иҫтәлектәр һәм радиотыңлаусылар менән аралашыу булды.