Донъялағы һәр кем был матур, саф тойғоларҙы кисергәне барҙыр. 31 мартта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында тыңлаусылар үҙҙәренең һөйгән йәрҙәре тураһында һөйләне.
Ғөмүмән, беренсе мөхәббәткә ышанырғамы, һәм ошо тойғоларҙы һаҡлап ҡалып буламы? Тапшырыу барышында ошондай һорауҙар яңғыраны.