4-се апрелдә, Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында эфирға сыҡҡан тапшырыу танылған сәхнә оҫтаһы, Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы Резида Фәхруллинаның тормошо һәм ижадына арналды.
- Актриса өсөн театр донъяһы нимәнән башланған?
- Нимә ул — амплуа? Резида Фәхруллина өсөн амплуа төшөнсәһе бармы?
- Провинциаль театрҙың үҙенсәлектәре нимәнән тора?
- Ыңғай ролме, әллә киреме? Ҡайһыһын һайлай Фәхруллина?
- Театрҙа кем хужа — режиссермы, әллә драматургмы?
«Өфө уттары» тапшырыуындағы әңгәмә ошо һәм башҡа һорауҙар менән үрелеп барҙы.