22-23 апрелдә Иглин районында Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә. Конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте ойоштора.
Бөгөн, 13 апрелдә, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» программаһында Иглин районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лирида Әбүбәкирова, һәм конкурстың баһалама ағзалары — Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Үҙәнбаева менән Фәнәүи Сәлихов ҡатнашты. Ҡунаҡтар бәйге шарттары, конкурстың мөһимлеге хаҡында һөйләп, башҡорт йыр сәнғәте үҫеше хаҡында фекер алышты.