Бөгөн, 18 апрелдә, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында билингвизм мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү булды.
- Нимә ул билингвизм?
- Донъя күләмендә билингвизм күренештәре, уның ыңғай һәм кире яҡтары;
- Ике йәки бер нисә телде бер юлы үҙләшетереү кескәй балаларҙың мейе эшмәкәрлегенә йоғонтоһо;
- Ике тел туған тел була аламы?
- Оло йәштә сит телде үҙләштереп буламы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунағы — Р.Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатының рус теле уҡытыусыһы Зифа Искәндәрова яуап бирҙе.