Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 16.05.22 «Ҡорос» халыҡ театры тамашасыларын яңы спектакль менән ҡыуандырҙы

«Ҡорос» халыҡ театры бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған спектакль әҙерләп күрһәтте.
  • Өфө уттары - 16.05.22 «Ҡорос» халыҡ театры тамашасыларын яңы спектакль менән ҡыуандырҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп килгән «Ҡорос» халыҡ театры яңы тамаша әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Ул бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған һәм документаль мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән. Спектаклде университет сәхнәһенән тыш, республика ауыл-ҡалаларында күрһәтеү күҙаллана.

Барыһы хаҡында ентекләберәк, «Өфө уттары» тапшырыуы ҡунағы - спектаклде ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов һәм БДПУ студенттары Ләйсән Таңғатарова менән Фәлис Ғәниев бәйән итә.