Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 16-сы майҙа, виртуоз баянсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ридик Фәсхетдинов мәрхүм булды.
«Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында эфирға сыҡҡан «Өфө уттары» тапшырыуы танылған музыканттың яҡты иҫтәлегенә арнала. Студия ҡунаҡтары — Башҡортостандың халыҡ артистары Миңнәхмәт Ғәйнетдинов һәм Хәлит Фәтихов.