25 майҙа филологтар көнө билдәләнә. Был турала «Өфө уттары» тапшырыуында БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Шулай уҡ, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы етксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманова менән элемтәгә сығып, телмәр хаталары тураһында фекер алышабыҙ.