"Күп тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күр!" Был һүҙҙәрҙе туристик турҙар-сәйәхәттәр ойоштороусы һәр кем үҙенең девизы итеп алырға тейештер.
"Торатау" Конгресс-холл үҙәгендә үткән медиафорумда Республика етәксеһе Радий Хәбиров туризмды үҫтереү өсөн республикала уңайлыҡтар бар ғына түгел, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар менән бәйле мөмкинлектәр ҙә бар, тине.
Радий Фәрит улының фекеренсә, беҙҙең яҡты күреп, уның тәбиғәтенә һоҡланып ҡайтҡан кешеләр йәнә лә килер, был эште бергә атҡарырға тейешбеҙ.
7-се июндә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунағы — "Урал-батыр" республика туроператорының генераль директоры Айгөл Рәхмәтуллина ла был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп:
"Диңгеҙҙәребеҙ булмаһа ла, Башҡортостан Төркиәнән һис тә ҡайтыш түгел, уның үҙ матурлығы, үҙ хозурлығы!" — тип билдәләне.
Быйыл республикала туризмды үҫтереү программаһы сиктәрендә 30-ҙан ашыу яңы маршрут барлыҡҡа килгән, ә туристарҙың һаны 4 меңдән 10 меңгә тиклем артҡан. Шулай уҡ, төбәк кимәлендә ял итеүселәр өсөн төрлө уңайлыҡтар тыуҙырыла. Әңгәмәлә туристарға юлламалар буйынса льготалар, социаль ярҙам, маршруттар төрлөлөгө хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды.