Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 06.06.22 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған тамаша әҙерләй

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған тамаша әҙерләй.
  • Өфө уттары - 06.06.22 Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған тамаша әҙерләй

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған тамаша әҙерләй. Кисәлә театрҙың күренекле артистары башҡарыуында милли геройыбыҙ образын кәүҙәләндергән әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Мәҫәлән, Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" операһынан популяр ариялар. Тамашасыларҙы сюрприз да көтә: 1940 йылда Мәскәү киностудияһы төшөргән "Салават Юлаев" нәфис фильмынан музыка. Уны авторы — данлыҡлы композитор Арам Хачатурян башҡорт халыҡ көйҙәренә нигеҙләнеп ижад иткән.

Студия ҡунаҡтары - кисәнең музыкаль етәксеһе, дирижер Ринат Камалов һәм ҡуйыусы режиссеры Айһылыу Иҡсанова.