Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 14.06.22 Димдең дарманлы дауаханаһы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 14.06.22 Димдең дарманлы дауаханаһы

Табип һөнәре – иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе, ул быуаттарҙан килә, заманға ҡарап үҙгәрә, камиллаша.

14-се июндә "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында табиптар көнөнә арналған тапшырыуға Өфө ҡалаһының Дим районы клиник ҡала дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан хирургтары ассоцияһы ағзаһы, медицина өлкәһендә иң юғары награда Пирогов исемендәге орден менән бүләкләнгән — Фәнил Шәмиғолов менән ошо уҡ дауахананың поликлиника һәм амбулатория эштәре буйынса бүлек мөдире, юғары категориялы табип-терапевт Зинира Усманова килде.