Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 20.06.22 Ғилем күп - ғүмер ҡыҫҡа

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 20.06.22 Ғилем күп - ғүмер ҡыҫҡа

Башҡортостан матбуғаты өсөн икеләтә ҙур дата — һөнәри байрамдары һәм "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзитенә 105 йыл уңайынан “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында барған “Өфө уттары” тапшырыуында әңгәмә ҡоролдо.

Һөйләшеүҙә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистары Союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева ҡатнашты.