Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.06.22 Мөғжизәле донъя ул - театр

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.06.22 Мөғжизәле донъя ул - театр

Өфө "Нур" татар дәүләт театры үҙенең ХХХ ижад миҙгелен Туфан Миңнуллиндың "Әлбермештән Әлмәндәр" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы менән яба.

22-23 июньдә тамашасыларҙы театр сәхнәһендә көткән күстәнәс, спектаклгә әҙерлек, пьесаның төп идеяһы тураһында "Нур" татар театры актерҙары ихлас бәйән итте.

"Әлдермештән Әлмәндәр" спектаклендә төп ролдәрҙе башҡарған артистар – Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рушат Мөҙәрисов һәм театрҙың алдынғы актрисаһы Сулпан Раянова 21-се июндә “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында барған “Өфө уттары” тапшырыуында ҡунаҡта булды.